20.12.2018 Ҡымыҙға алмаш табылмаҫ!
Башҡорт дәүләт аграр университеты магистранты бейә һөтөнән яңы төр әсетелгән эсемлек уйлап тапҡан.
Ирина Гәрәева үҙенең ғилми етәксеһе, ит, һөт продукттары технологияһы һәм химия кафедраһы доценты Светлана Канарейкина менән ацидофил таяҡсалары һалынған әсетке ҡулланыуҙы тормошҡа ашырмаҡсы. Был ысул бейә һөтөнән продукттар яһауҙы үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
Яңы төр продукт организмдағы холестерин кимәлен кәметә, иммун системаһын нығыта, В витамины төркөмөн әүҙемләштерә. Юғары биологик ҡиммәткә эйә булған диетик эсемлекте һөт заводтары ла етештерә аласаҡ.
Был әсетке һөнәри йәмғиәтселектә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Ирина эре Рәсәй хужалығының стипендияһына лайыҡ булған һәм Греманияға стажировка менән бүләкләнгән.
Хет әллә ниҙәр уйлап тапһындар, ҡымыҙ кеүек шифалы эсемлеккә бер ни етмәй! Ҡымыҙ барҙа һаулыҡ бар. Уның эсеү тәртибен белмәгәндәр генә ҡымыҙға алмаш табылды, тип шатлана әлегә.
Л. ҺИҘИӘТОВА.