«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Боҙ тауҙары хәүефле



20.12.2018 Боҙ тауҙары хәүефле

Яңы йыл алдынан ҡала парктарында, ауыл мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙа тормош йәнләнә – байрам шыршыһы ултыртылыу менән уның янына һырғалаҡ, тау шыуыу өсөн урындар ҙа эшләнә.

Ҡышҡыһын рәхәтләнеп боҙҙа ла шыумағас, тиер берәүҙәр. Әммә травматологтар балаларҙың иң күп йәрәхәт алған осраҡтары ошо мәлгә тура килеүен билдәләй. Боҙ тауҙарынан шыуғанда уларҙың берәүһенә ҙур тиҙлек менән икенсеһе килеп бәрелә, йә улар йығылып умыртҡа һөйәген, аяҡ-ҡулын һындырған. Ҡайһы бер ата-әсәләр хәүефле булыуҙы уйлап та бирмәй ҙур боҙ тауҙарынан өлкән балалар менән бәләкәйҙәрҙе лә шыуҙырырға ҡурҡмай. Текә тауҙарҙан тюбингтарҙа ла шыуыу хәүефле икәнен хәтерҙән сығармайыҡ.

Балалар һаулығына хәүеф менән янаған һырғалаҡтарҙан шыумағыҙ. Яҡындарыбыҙҙы хәүефкә дусар итмәйек. Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлар.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға