«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңғыҙ ҡатындарға, ысынлап та, “ен” эйәләй



19.12.2018 Яңғыҙ ҡатындарға, ысынлап та, “ен” эйәләй

Яңғыҙлыҡтан арыған, үҙ яртыһын табырға теләгән бер ханым да социаль селтәрҙә үҙенә оҡшаған ир менән таныша. Сит милләттән булыуына ҡарап тормай. Үҙен төҙөлөш өлкәһендә уңышлы эшҡыуар тип танытҡан “джентельмен” ҡатынды иң ҡиммәтле ресторандарҙа йөрөтә. Билдәле кешеләр, РФ Дәүләт Думаһы депутаты менән дә яҡшы таныштар булыуы тураһында әйтә. Үҙен тол ҡалған ир булыуын белдереп, тормош иптәше эҙләүен әйткәс, ханым яңғыҙаҡ ирҙе йәлләп тә ҡуя. Хәстәрлекле, гүзәл затҡа бик тә иғтибарлы, үҙенең кимәлендәге хәлле генә иргә башкөллө ғашиҡ була А.

Бер нисә осрашыуҙан һуң ялған эшҡыуар һөйгәненә уның компанияһының офисында хоҡуҡ һаҡсылары тикшереүҙәр менән килеп төшөп, аҡса иҫәбенә арест һалыныуын хәбәр итә. Танышынан килеп сыҡҡан хәлдән ҡотолоу өсөн хоҡуҡ һаҡсыларының юғары даирәләрҙәге етәкселәренә ришүәт биреү өсөн бурысҡа аҡса һорай. “Текә” иргә , әлбиттә, ҡатын ышана һәм уға проблемаларын хәл итһен өсөн таныштарынан бурысҡа аҡса, кредит алып, 1,7 миллион һумды алып барып та бирә. Бер аҙ ваҡыттан мутлашыусы эшҡыуарлыҡта проблемалар тыуып , үҙ-үҙенә ҡул һалырға ниәтләүен белдерә. Телефондарға ла яуап бирмәй башлай. “ Артист” ирҙән алданыуын аңлаған А.-ға полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Асыҡланыуынса, Әрмәнстандан килгән был ир бер ҡайҙа ла эшләмәгән, ҡатыны менән ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Енәйәт эше Өфөнөң Калинин районы судына ебәрелгән.





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Shutterstock


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға