19.12.2018 Баланы байрамға нисек кейендерергә?
Матур байрам - Яңы йыл етеүгә лә һанаулы көндәр ҡалып килә. Мөғжизәләр килтергән был мәлоде айырыуса балалар тҙемһеҙләнеп көтә. Ҡыш бабай ҡасан килер? Ул беҙгә нимә бүләк итер - ошондай һорауҙарҙы көн дә ҡат-ҡат ишетергә мөмкин. Малайҙар һәм ҡыҙҙар Яңы йыл кисәһенә, "утренник"тарына кем булып кейенәсе тураһында уйлана, хыяллана, әҙерләнә.
Атайҙар һәм әсәйҙәр! Әйҙәгеҙ, пост аҫтына комментарий итеп нисек итеп байрамға балаларға костюм әҙерләргә мөмкин булыуын яҙайыҡ. Кемдер тап ошонан уҡып рухланыр, яңы идея күреп ҡалыр.
Әйткәндәй, "Йәшлек" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә «Яңы йыл ҡунағы» тип аталған конкурсты ла онотмағыҙ (Һылтанмаһы:
https://vk.com/wall-35065816_28002).
Бәләкәстәрегеҙҙе иртәлектәргә, Ҡыш бабай янына ҡунаҡҡа әҙерләгәндә, уларҙы фотоға төшөрөп алығыҙ һәм төркөмдәге нығытылған пост аҫтына һалығыҙ. Мотлаҡ үҙегеҙ теккән Яңы йыл костюмындағы балалар араһынан иң-иңдәрҙе билдәләйәсәкбеҙ. Бәйгелә призлы урындар һәм төрлө номинациялар ҡаралған. Уға ҡышҡы каникул тамамланыу менән йомғаҡ яһаласаҡ.
Яуапты пост аҫтына комментарий итегеҙ.