«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ



18.12.2018 Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылышлы күҙаллауҙар менән дә уртаҡлашты. Әлбиттә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был тармаҡтағы проблемаларҙы яҡшы белә.

Дауаханаларҙы, поликлиникаларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә тәртип урынлаштырырға тейешбеҙ. Республиканың айырым бюджет ресурстарын дарыуҙар менән тәьмин ителешкә йүнәлтеү ҙә күҙ уңында тотола.

– Беҙҙә иҫке, авария хәлендәге һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын күп. Ауыл амбулаториялары ла шулар иҫәбендә. Ҡалаларҙа поликлиникалар етмәй. Был яңы биҫтәләргә лә ҡағыла. Бында төҙөүсе ойошмаларҙың да ғәйебе бар. Сөнки улар социаль юҫыҡтағы объекттар төҙөү буйынса бурыстарын үтәмәй, ә яуаплы хеҙмәттәр быға күҙ йомоп ҡарай. Артабан бындай күренеште ҡәтғи рәүештә туҡтатырға һүҙ бирәм, – тине Радий Хәбиров.

Ул республика Хөкүмәтенә медицина ойошмалары биналарын төҙөү, капиталь ремонтлау, реконструкциялау һәм уларҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу буйынса программаһы әҙерләргә ҡушты.
– Дөйөм алғанда, медицина темаһы минең өсөн һәр саҡ өҫтөнлөклө буласаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Шул иҫәптән алкоголь һәм тәмәке ҡулланыуға ҡаршы көрәш тә.

Тимәк, көтөгөҙ – хәҙерге замандың ысын социаль афәтенә ҡаршы етди рәүештә һуғыш башланасаҡ. Урындағы етәкселәр имен булмаған ғаиләләрҙе лә гел тикшереп торорға тейеш. Бәлә сыҡҡанын көтмәҫкә!





Автор: А.Ишемғолова
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға