17.12.2018 Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды
Уҙған шәмбелә Өфөлә «Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең юбилейлы, унынсы отчет-һайлау конференцияһы уҙҙы. Сарала 152 делегат ҡатнашты.
Конференцияны башлар алдынан Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы составына яңы коллектив ағза – «Сарпиге» сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ҡабул ителде.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина йыйылышта ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова ойошманың эшмәкәрлеге тураһында төп доклад менән сығыш яһаны.
Конференция ойошманың эшен ҡәнәғәтләнерлек тип таныны, ҡарар ҡабул итте, Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһын һайланы, уның составына район һәм ҡала ҡатын-ҡыҙҙары Советы рәйестәре, йәмәғәт ойошмалары рәйестәре, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте әүҙемселәре һәм ветерандары инде.
Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы, рәйесе, рәйес урынбаҫарҙары һәм ревизия комиссияһы һайланды. Республика ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе итеп йәнә Рәшиҙә Солтанова тәғәйенләнде.
Конференциянан һуң йыйылышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән осрашты, улар ойошма вәкилдәренең ябай булмаған һорауҙарына яуап бирҙе.