«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҙур күләмдәге штраф та ҡурҡытмай



11.12.2018 Ҙур күләмдәге штраф та ҡурҡытмай

Сараһыҙлыҡ мәжбүр итәме, әллә тәбиғәт байлыҡтарынан файҙа күрергә теләйҙәрме, ағастарҙы ҡырҡалар, урманда хужаларса ҡыланалар. Хатта штрафтарҙың ҙур суммала булыуынан да ҡурҡмай­ҙар.

Башҡортостанда урман ҡағиҙәләрен боҙоу элеккесә юғары кимәлдә ҡала. Контроль-күҙәтеү сараларын уҙғарыу барышында быйыл 2300 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Был, 2017 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда, 11 процентҡа күберәк. Ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙең 526 осрағы теркәлгән. Бюджетҡа 111 миллион һумдан ашыу зыян килгән.

19 ноябрҙә төбәктә «Шыршы – 2018» операцияһы башланды. Урман ҡупшыҡай­ҙарын ҡырҡҡан өсөн штраф һалып ҡуймаһындар!





Автор: З.Йәһүҙина
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға