«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ғәрип балаларҙың ата-әсәләре транспорт һалымынан азат ителәсәк



06.12.2018 Башҡортостанда ғәрип балаларҙың ата-әсәләре транспорт һалымынан азат ителәсәк

Республикала күп балалы ғаиләләрҙән тыш, мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымы түләмәйәсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика законына ошондай төҙәтмәләр индерҙе. Дәүләт Йыйылышының киләһе ултырышында депутаттар уларҙы раҫларға тейеш.

Льготаны ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер автомобилгә биреү күҙаллана. Әгәр ғаиләнең ике автомобиле булһа, льгота уларҙың береһенә генә ҡағыла. Льгота 2024 йылға тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ, уны индереү бюджетҡа 25 миллион һумға төшә.





Автор: А.Ишназаров
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға