«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл



30.11.2018 Һаҡ булығыҙ! Башҡа һыймаҫлыҡ хәл

Әбйәлил районында йәшәүсе Усмановтар ғаиләһенә, Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатайығыҙҙың ерләнгән урыны табылды, тип шылтыраталар. Ғәзиз кешеләренең һуғышта ҡайһы урында һәләк булыуын, ерләнеүен йылдар буйына эҙләгән кешеләр өсөн был бик һөйөнөслө хәбәр була.
Яуҙа ҡорбан булған һалдаттарҙы эҙләүселәр, олатайығыҙ Калининград өлкәһендә табылды, ул 1943 вафат булған, тип аңлата. Яугирҙың һуңғы хаты менән фотокарточкаһы 1944 йылда алынған булһа, ла туғандары был фактҡа бигүк иғтибар итмәй.
Районда ветеранды хөрмәт менән ҡаршы алыу өсөн тантаналы митинг та әҙерләнә, республика матбуғат сараларына ла хәбәр ителә.
Тик эҙләүселәр юлында теге йәки был «кирелек» сығып тора. Ниндәйҙер «документ» тултырыу өсөн аҡса талап ителә, «юл сығымдарын» да ғаилә ағзалары ҡапларға тейеш, юлда ватылған машинаның «ремонты» н түләргә кәрәк була һ.б. Осһоҙ-ҡырыйһыҙ сәбәптәргә Усмановтар барлығы 40 мең һум аҡса күсерә. «Юлсылар» менән Белорет районында бәйләнеш «өҙөлә» һәм телефон башҡаса яуап бирмәй. Шул саҡ ғаилә ағзалары ниҙер һиҙенә. Атаһы үлгәндә ни бары 6 айлыҡ булып ҡалған Марс апа Усманов был хәлде үтә ауыр кисерә. Ғәзиз кешеһенең яҡты рухы алдында батырлығы өсөн баш эйергә теләгән аҡһаҡалдың мутлашыусылар тоҙағына эләгеүе һис тә башына һыймай.
Быйыл Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ошондай бер –нисә хәл теркәлгән. Кешелек сифаттарын юғалтҡан аферистар иң изге хистәрҙә уйнарға күп һорап тормай. Яҡындарығыҙға ҡағылған һәр мәғлүмәтте ныҡлап тикшерегеҙ, аҡыл менән эш итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ!

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.





Автор: Л.Хәлитова
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға