26.11.2018 Иртәгә көн буранлы торасаҡ
Синоптиктар 27 ноябрҙә көндөң буранлы булыуын күҙаллай. Айырым райондарҙа һепертеп ҡар яуыуы, елдең секундына 15 метрға тиклем етеүе көтөлә. Көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ булыуы мөмкин.
Һауа температураһы бөгөн төндә -5,-10 градус тирәһенда торасаҡ, көндөҙ иһә -1,-6 градусҡа күтәреләсәк.