«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡорһаҡ эсендә - энә



23.11.2018 Ҡорһаҡ эсендә - энә

2016 йылда Учалы районы үҙәк дауаханаһында бер ҡатын операция яһата. Һуңынан ул биле, эсе эргәһендә әрнетеп торған ауыртыуҙарға зарлана башлай. Эйелгәндә, кәүҙәһе менән боролғанда һыҙланыуҙары көсәйә. Табиптар ҡатынға “остеохондроз” тип диагноз ҡуя. Әммә дауаланыу һөҙөмтә бирмәгәс, магнит- резонанс томографияһы үтергә кәңәш итә. Аппарат ҡатындың тәнендә нидәйҙер тимер киҫәге булыуын күрһәтә. Ҡорһаҡ тирәһенә рентген үткәргәстәр, унда медицинала ҡулланыла торған энә тороуы асыҡлана. Баҡтиһәң, был предметты операция мәлендә табиптар онотоп ҡалдырған.

Зыян күреүсе Учалы үҙәк район дауаханаһы табиптарын судҡа бирә.
Улар сирлегә 150 мең һум күләмендә әхлаҡи зыян һәм 20 мең һум штраф түләргә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға