«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әпәт "чупакабра"?



22.11.2018 Әпәт "чупакабра"?

Шаршамбыға ҡараған төндә Өфө районының Авдон ҡасабаһында билдәһеҙ йәнлек йөҙгә яҡын йорт ҡуянын һығып үлтергән. Бынан тыш, 30 тауыҡтың ун бише тере булмаған.

Хужабикә әйтеүенсә, һарайға тәҙрәне боҙоп ингәндәр. Ҡан эҙҙәре юҡ, һигеҙ ҡуян ситлектәрҙә төпкә инеп боҫҡан, уларға барып етә алмағандар. Һунарсылар әйтеүенсә был ҡырайғайланып бөткән эттәрҙең эше. Тап улар ҡуяндарға һөжүм итә, уларҙы быуып үлтерә. Быға тиклем Авдонда ошондай хәл яңыраҡ теркәлгән - 50-нән ашыу ҡуян әрәм булған.

Кешеләр билдәһеҙ йыртҡысты "Чупакабра" тиҙәр. Бер нисә йыл элек Баймаҡ районында шулайтып тауыҡтар, йорт ҡуяндары ҡырылды. Бында әленән-әле ошондай хәлдәр булып ала, һуңғыһы сентябрҙа теркәлгән. Көйөргәҙелә лә "чупакабра" ҡош-ҡортҡа һөжүм иткән.

Белгестәр фекеренсә, йорт хайуандарын, ҡоштарын көҙәндәр һәм ҡомаҡтар ҡыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға