22.11.2018 Ҡарлы буран һәм боҙлауыҡ
Кесаҙна, 22 ноябрҙә, Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, буран сығыуы, автомобиль юлдарында боҙлауыҡ булыуы ихтимал.
Елдең тиҙлеге секундына 8-13 метр, төндә көсәйгәндә 17 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә -7, -12°, аяҙытҡанда -16° тиклем, көндөҙ -5, -10°. Ҡар яуыуы сәбәпле юлдарҙа 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.