«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бүздәк районында ҡотороҡ карантины иғлан ителде



20.11.2018 Бүздәк районында ҡотороҡ карантины иғлан ителде

Бүздәк районында ҡотороҡ карантины иғлан ителде
Бының туралағы указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Райондың Кәпәй-Ҡобау ауылы янында йөрөгән башмаҡты төлкө тешләгән. Тикшереү һөҙөмтәһендә йыртҡыста ҡотороҡ сире булыуы асыҡланған.
Әле ауылдағы бар йорт хайуандарына, мал-тыуарға иҫкәртеү вакцинацияһы үткәрелә.
Карантин мәлендә районға, ауыл биләмәләренә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу тыйыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға