«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Ш” тамғаһы кәрәкме-юҡмы?



21.11.2018 “Ш” тамғаһы кәрәкме-юҡмы?

“Ш” тамғаһы кәрәкме-юҡмы?
Торһон, ашарға һорамай. Булмаһа “Бер тинлек ҡуян - өс тинлек зыян” әйтеме тормошҡа ашасаҡ. ЮХХДИ инспекторы 500 һумлыҡ штраф һалыуы мөмкин.
Яҙғыһын дәүләт порталдарында автомобилдәрҙең артҡы яғына ҡуйыла торған “Шипы” тамғаһынан баш тартыу тураһында закон проекты баҫылып сыҡты. Әлегә уның 21 майҙа йәмәғәт уҡыуҙарында тыңланыуы, ләкин һаман да раҫланмауы тураһында билдәле.
“Ш” тамғаһы хәҙер үҙенең функцияһын үтәмәй. Элек уның менән арттағы водителдәр “Шипы” өсмөйөшө төшөрөлгән машиналарҙың ҡышҡыһын туҡтағанда тормоз юлы ҡыҫҡараҡ, арттан дистанция һаҡларға кәрәклеге тураһында иҫкәртелә ине. Хәҙер иһә был актуаль түгел – автомобилдәрҙә тормоздар көслө, уларҙы АБС туҡтата ала.
Ҡыҫҡаһы, әлегә дәүләт тарафынан “Ш” тамғаһына ҡарата аныҡ яуап юҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға