«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының күләмен раҫланы



20.11.2018 Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының күләмен раҫланы

Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының күләмен раҫланы

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының минималь һәм максималь күләмен раҫланы. Тейешле ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, эшһеҙ тип танылған граждандар өсөн пособиеның иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 8 000 һум тәшкил итә.

Пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 11 280 һум була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға