«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 1 ғинуарҙан һәм 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта



15.11.2018 1 ғинуарҙан һәм 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта

1 ғинуарҙан һәм 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ арта
Дмитрий Медведев 2019 йылда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялауҙы раҫланы. Түләү тәүҙә 1 ғинуарҙан, һуңынан 1 июлдән арта. Бындай саралар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡты индексациялауҙы уртаса кимәлдән арттырмауға йүнәлтелгән.

Эш шунда: 1 ғинуарҙа өҫтәлгән хаҡҡа һалым (НДС) 2%-ҡа арта. Шул рәүешле ул 18-ҙән 20% тиклем күтәрелә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы ике этапта индексациялау өҫтәлгән хаҡҡа һалым ставкаһының артыуына ныҡ бәйле түгел, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәте. 1 ғинуарҙан коммуналь хеҙмәтәр өсөн түләү 1,7% кимәлендә индексациялана. Хәбәр ителеүенсә, был өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың артыуын иҫәпкә алыуҙы тәьмин итә. 1 июлдән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 2019 йылдың ғинуарына ҡарата 2,4% кимәлендә арта.
Быға тиклем коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ йыл дауамында бер тапҡыр — 1 июлдән индексацияланды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға