15.11.2018 Өфө урамдарында уйланырға урын бар
Өфө мэры Өлфәт Мостафин баш ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә туҡталыштарҙағы сауҙа нөктәләренең урынлашыуы һәм биҙәлешенә лә дәғүә белдерҙе. Ул иҫке трамвай кеүек эшләнгән ҡапҡылап сығыу урынын миҫалға алды:
- Стоит вагончик трамвайный. С шаурмой или шавермой. Прямо на центральной улице, рядом с городской администрацией. Это никого не смущает?
Карикатура оҫтаһы Камил Буҙыҡаев ошоға арнап һүрәт тә төшөрҙө.
Аҙым һайын бәшмәк кеүек үрсегән шаурма һатыу урындары, "бочковые, пенные, пивные напитки" тип үрсегән "суточный" һыраханаларға ла шундай критикага бирелһен ине ул. Газондарҙа ултырған машиналарға, бағана, туҡталыш һайын елгә елферләгән реклама иғландары ла онотолмаһын. Тротуарҙарҙа, юл үткәргестәрендә һатылған аҙыҡ-түлек, кейем-һалым да 90-сы йылдарҙы хәтерләтә.
Уйланырға урын бар.