«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сүп-сар өсөн аҡса аласаҡтар



14.11.2018 Сүп-сар өсөн аҡса аласаҡтар

Сүп-сар өсөн аҡса аласаҡтар
Нимә сығарһа ла Рәсәй дәүләте халҡы өсөн яҡшы нәмә сығармай. Әле лә бына сүп-сар проблемаһы килеп тыуҙы.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан илебеҙ төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда сүп-сар сығарыу буйынса яңылыҡ инәсәк. Башҡортостан дүрт зонаға бүленәсәк, уларҙа төбәк операторҙары эшләүе көтөлә. Операторҙар һәр бәләкәй ауылға барып, сүп-сарҙы йыйып, сортын айырып эшкәртергә тейеш. Ошо эш өсөн республикала йәшәүсе һәр кешенән аҡса алыу ҡаралған. Күп фатирлы йортта йәшәүсегә айына 96 һум булһа, шәхси йорт өсөн бер кешегә 142 һум тирәһе буласаҡ.

Әлегә сүп-сар реформаһының күп нәмәләре аңлайышһыҙ, түләүҙәр суммаһы тулыһынса билдәле түгел. Ауыл кешеһенә был кәрәкме икән?
Картуф ҡабығы, әсегән ашты, ҡатҡан икмәкте һыйырға ашлы һыу итеп эсерәбеҙ, эт-бесәй ҙә ашап тора. Ҡош-ҡорт та кеше өҫтәле ҡалдыҡтары менән туҡлана. Ихата, баҡсалағы сүп-сарҙы өйөп ҡуйып яндырабыҙ, картуф, помидор һабағы-маҙарҙы тиреҫ менән серетәбеҙ. Шул пластик шешә, шыптыр пакет, иҫке кейем ҡый булып ята. Уныһын да күптәр үртәй, йылға, урман буйынса сығарып ауҙара, ауыл ҡыйлығына алып бара.
Бер яҡтан уйлағанда сүп-сарҙы бер урынға йыйып алып китеп эшкәртһәләр кәрәк эш ул. Икенсе яҡтан фекерләгәндә түләүҙәр саманан тыш булмаҫмы?
Әйҙәгеҙ, фекер яҙығыҙ.
Сүп-сар реформаһы буйынса төплө аңлатманы гәзиттә бирербеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға