13.11.2018 Өфөлә йәмәғәт транспортына бәйле хәлде аҙна аҙағынаса хәл итәбеҙ тиҙәр
"Аҙна аҙағына тиклем йәмәғәт транспортына бәйле хәл тулыһынса яйға һалыныр", - тине транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Андрей Федосов мэриялағы оператив кәңәшмәлә.
Өфөлә 18 законһыҙ пассажир ташыусы үҙ эшен туҡтатҡандан һуң ҡаланан ситтә - Затонда, 8 март, Федоровка, Яңы Максимовка һәм башҡа ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙән хакимиәткә ялыуҙар килә башлаған. Әле ҡайһы бер маршруттарҙа мәсьәлә хәл ителгән.