«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Районығыҙҙағы МФЦ-ла сират бармы?



06.11.2018 Районығыҙҙағы МФЦ-ла сират бармы?

Районығыҙҙағы МФЦ-ла сират бармы?
Район-ҡалаларҙа асылған Күп функциялы үҙәктәр халыҡ өсөн ысын мәғәнәһендә сират күперенә әйләнде. Әллә ҡайҙан машина ҡыуып, күршене "папрасить" итеп килгән ауыл кешеһе һыу эскеһеҙ сиратҡа тап була ла ҡуя.
"Байрам" районы халҡы бәхетле - ни өсөн тигәндә Баймаҡ МФЦ-һында бер ир алдан барып, сиратҡа тороп, унан һуң урынын кешегә һатып аҡса эшләй икән. Анһат бит - иреңде-ҡатыныңды-һыйырыңды-ҡамырыңды-балаңды ҡалдырып килеп, ҡара таң йәки кистән сиратҡа яҙылаһы түгел, "автобусҡа өлгөрмәйем, "папрасить" иткән кеше машинаһы менән ҡабалана" тип уйламайһың - алдағы сират урынын һатып алаң да ҡуяң...

Шулай ҙа көлкөһө ҡыҙғанысы менән бергә урала - райондарҙа Күп фунциялы үҙәктәр менән етди проблемалар күп. Халыҡ зар илай. Был проблемаға бөгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та иғтибар итте. Район-ҡала башлыҡтары оло сираттарға башлыса МФЦ-лар өсөн ҡыҫынҡы биналар сәбәпсе тип белдерҙе - Радий Фәрит улы был яуапҡа хушһынманы, киләһе аҙнаға тиклем проблемалар тураһында мәғлүмәт әҙерләргә ҡушты. Моғайын ошоноң менән боҙ урынынан ҡуҙғалыр...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға