02.11.2018 Үҙеңә оҡшаған төҫтө һайла!
Тиҙҙән бар автобус, трамвай, троллейбустар бер төҫкә буяласаҡ. Әле "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтында оҡшаған төҫкә тауыш биреү бара. Һылтанмаһы:
http://www.bashinform.ru/longread/ufimskiy-autobus/
Барлығы туғыҙ төҫ араһынан - кобальт-күктән алып һарылы-йәшел һыҙатҡа тиклем вариантты һайларға була. Шулай уҡ Башҡортостан флагы төҫтәре лә бар.
Өфөлә 1400 дана пассажир транспорты ҡалдырыласаҡ (1200 автобус һәм 200 дана электр машиналары), шулар бер төҫ йөрөтәсәк.
Һүрәттә: "Башавтотранс" ливреяһында булған һәм республика флагы төҫтәре төшөрөлгән һыҙатлы ЛАЗ-699Р ҡала-ара автобусының 1/43 үлсәмле моделе.