01.11.2018 Башҡортостанда ял көндәренә йылытасаҡ
Ошо хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итә. Температураның берсә төшөп, бер күтәрелеүе республика юлдарында боҙлауыҡтың барлыҡҡа килеүенә килтереүе ихтимал. Атап әйткәндә, шәмбе, 3 ноябрҙә, уҡ епшек ҡар яуыуы һәм уның сымдарға йәбешеүе көтөлә.
Төндә һәм иртән ҡайһы бер юл участкаларына ҡар ятасаҡ. Ел көнбайыштан. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ 0, +5 градус.
Өфөлә алдағы ял көндәре бер аҙ яуым-төшөм менән йылы була. Температураның көндөҙ +5 градусҡаса күтәрелелеүе ихтимал.