30.10.2018 Өфө-Аҡъяр автобусы бөгөндән кире тергеҙелде
"Башавтотранс" баш ҡаланан республиканың иң алыҫ Хәйбулла районына автобус бәйләнешен яңынан башланы. Ул 2016 йылда кеше йөрөмәй тип туҡтатылғайны. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хәйбулла районында эш сәфәре менән булғанда, уға урындағы халыҡ мөрәжәғәт итте һәм бына проблема хәл ителде.
Автобус көн аша йөрөйәсәк. Ул Өфөнән Көньяҡ автовокзалдан иртәнге сәғәт 7 тула 10 минуттан сығасаҡ. Водителе Хәйбуллала йоҡлай, баш ҡалаға рейс иртәгенә 10-сы яртыла ҡуҙғала. Маршрутҡа "Мерседес-Бенц Туризмо" автобусы бирелгән, юл хаҡы - 1200 һум.
Ғәҙәттәгесә Аҡъяр автобусына Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр халҡы ла ултырып йөрөй аласаҡ. Маршруты: Көньяҡ автовокзал — Аэропорт — Талбазы — Стәрлетамак — Мәләүез — Мораҡ — Иҫәнғол — Йылайыр — Юлдыбай — Аҡъяр.