«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әпәт "пазик"...



23.10.2018 Әпәт "пазик"...

Әпәт "пазик"...
Бөгөн баш ҡалала иртәнсәк ҡайһы биҫтәләрҙә йәмәғәт транспорты булманы. Юғарынан килгән ҡарарҙарға үсләшкән "маршрутка" йөрөтөүселәр көндәлек эшенә сыҡманы. Һөҙөмтәлә Сипайлово, Затон, Дим биҫтәһенән һәм башҡа урындарҙан эшкә, бараһы ерҙәренә ашыҡҡа халыҡ туҡталыштарҙа торҙо, "Башавтотранс" автобустарын штурмланы.

Һуңғы көндәрҙә "маршрутка"ларҙы ЮХХДИ ныҡлап тикшерә, юлда туҡтата, арест һала. Ҡала хакимиәтендәге бөгөнгө ултырыш мэр вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновтың сығышы менән башланды. Ул Өфө халҡынан барлыҡҡа килгән транспорт коллапсы өсөн ғәфү үтенде.

Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, бөгөн төш алдынан "Галле ҡалаһы" туҡталышы янында "ПАЗ" автобусы аварияға осраны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға