22.10.2018 Балерундың иҫтәлеге мәңгеләштерелде
Ҡазанда Рудольф Нуриевҡа һәйкәл ҡуйылды
Ҡаланың архитектура идаралығы хеҙмәткәрҙәренең, биш метрлыҡ һәйкәл театрҙы ҡаплаясаҡ, тигән ризаһыҙлығына ҡарамайынса, Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театрында алдында, иҫке фонтан янына урынлаштырылды. Скульптор Зураб Церетели балерундың СССР-ҙан ҡасҡан ваҡытта легендар «иреккә һикереү»ен кәүҙәләндергән. Әйтергә кәрәк, һәйкәл, йәмәғәт фекеренә ҡолаҡ һалмайынса, тиҙ арала ҡуйылған. Уның хаҡы 30 – 40 миллион һум самаһы, ти эксперттар. Ә рәсми сығанаҡтарҙа был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күрәләр.
Зураб Церетели һәйкәлдең тап Өфөлә ҡуйылыуын теләгәйне һәм уны ике вариантта яһағайны. Ләкин беҙҙекеләр, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, бронза һәйкәлдән баш тартты. Ә Татарстанда скульптураны килтереү өсөн транспорт һәм урынлаштырыу сығымдарын билдәһеҙ меценат үҙ иңенә алған.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.