«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда ун градусҡа тиклем һыуыҡ төшәсәк



22.10.2018 Башҡортостанда ун градусҡа тиклем һыуыҡ төшәсәк

Башҡортостанда ун градусҡа тиклем һыуыҡ төшәсәк
Әле республика биләмәһенән антициклон уҙып бара, һауа температураһының төндә 0,-5°, аяҙытҡанда -10°, көндөҙ +2,+7° тиклем түбәнәйеүе менән һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Ошо хаҡта Башгидромет синоптиктары хәбәр итә.

Әммә һыуыҡ республикала оҙаҡҡа ҡалмай. 23 октябрҙән һауа температураһы норманан 3-5° билдәһенә тиклем күтәрелеүе көтөлә.
Дүшәмбе, 22 октябрҙә, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, әкрен буласаҡ. Яуым-төшөмһөҙ. Һауа температураһы төндә +1,-4°, урыны менән -9°, көндөҙ +3,+8°.
23 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0,-5°, таулы райондарҙа -10°, көндөҙ +5,+10°.
Шаршамбы, 24 октябрҙә, урыны менән бер аҙ, төньяҡ буйынса уртаса ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5°, көндөҙ +7,+12°.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға