«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре



22.10.2018 Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре

Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре
Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең эреләрен, иң һуң өлгөрә торған сорттарын алалар. Иң мөһиме- тәмләткестәрҙең пропорцияһын һаҡлау. Йылдар буйы һаҡланып килгән рецепты һәр хужабикә белергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр кәбеҫтәгә алма, икенселәр кишер ҡушып тоҙлай.

Һеҙгә түбәндәге рецепты тәҡдим итәбеҙ
10 кг ваҡлап әҙерләнгән кәбеҫтәгә 1 кг алма (“Анто­новка” сорты яҡшы) алына. Алмаларҙы уртаға ғына бүлергә кәрәк. 180 – 200 г тоҙ, 350 г кишер алына. Тәмләткестәр урынына укроп, әнис һалһағыҙ ҙа була. Тәүге 3-6 көндә тоҙлан­ған кәбеҫтә әсей. Ошо ваҡытта уның температураһы 16 – 20 градус булырға тейеш. Был арауыҡ үткәндән һуң һалҡын урынға ҡуялар.

Әллә ысын, әллә юҡ

Ҡайһы бер хужабикәләр дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома тоҙланған кәбеҫтә ныҡ тәмле була, тип билдәләй. Ә инде оло йәштәгеләр, ай тулып, 5 – 6 көн үткәс, тоҙлан­ған кәбеҫтә йомшармай тоҙлана, кетерләп тора, тип һанай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға