«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Йондоҙло табын" - Тәскирә ДАЯНОВА



23.10.2018 "Йондоҙло табын" - Тәскирә ДАЯНОВА

"Йондоҙло табын" -  Тәскирә ДАЯНОВА
Бөгөн үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, драматург Тәскирә ДАЯНОВА өйрәтә.

Әсеткеле ҡоймаҡ
Өс йомортҡаға бер ҡалаҡ шәкәр, бер балғалаҡ әсетке, бысаҡ осона элеп сода, тоҙ һалып, күпергәнсе бутайым. Уға сама менән айыртыл­ған һөт, он ҡушып, шыйыҡ ҡамыр туҡығас, ярты сәғәткә йылы урынға ултыртып торам. Аҙаҡ майлы табала ике яҡлап бешереп алам.
Ҡалын ғына ҡоймаҡтар килеп сыға. Кемгә нисектер, әммә миңә, ауыл ҡатынына, туҡлыҡлы булыуы оҡшай.

Өй икмәге
Бер сынаяҡ аҫты онға ҡайнар һыу ҡойоп болғағас, йылымыс булғансы ултыртып торор­ға. Ҡомалаҡ сүпрәһе һалып, тағы ла бутарға һәм йылы урын­ға ҡуйырға. Был икмәк башы була. Ул бер нисә тапҡыр күпереп сыға, ҡалаҡ менән болғап торорға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу, он, тоҙ ҡушып, шыйыҡ ҡамыр туҡыр­ға. Өҫтөн ябып, ҡалын әйбер менән урап, йылы урынға ҡуям. Уны ла 2 – 3 тапҡыр күпертеп алғас, он өҫтәп, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫам. Ул матур булып ҡабарып сыҡҡас, табаны майлап, икмәк әүәләп һалам да, тағы ҡабарғанын көтәм. Ҡыҙыу мейестә сәғәт ярым бешереп алам.
Ҡамырҙы ҡат-ҡат күпертеп алғанда ғына икмәк матур һәм тәмле булып бешә.

Ҡаҙан кәкреһе
Был ризыҡ рустарҙа вареники тип атала. Мәсетле диалекты буйынса “ҡаҙан кәкреһе” тип йөрөтәбеҙ.
Кәкре өсөн эремсекте махсус эре бөртөклө итеп эретәм. Уға йоморт­ҡа, йәшел һуған, тоҙ һалып бутайым. Бер йоморт­ҡаға тоҙ, бер ҡалаҡ көнбағыш майы, әҙ генә һыу һәм сама менән он һалып, туҡмас ҡамырынан йомшағыраҡ ҡамыр баҫам. Уны 15 минут тирәһе ултыртып тор­ғандан һуң, ваҡ йоморсаҡтар эшләп, йәйәм. Эслекте һалып, кәкреләрҙе эшләп сығырға. Уларҙы ҡайнап торған һыуҙа бешереп алғас, табынға ҡайнар килеш, ҡаймаҡ менән бирергә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА
яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға