18.10.2018 Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителгән
Өфөлә Ҡырымдағы фажиғәне ҡабатламаҫ өсөн балалар баҡсалары һәм мәктәп биналарын тикшерелә, үткәреү режимы ҡәтғиләште.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Керчтағы фажиғә менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан ителгән. Кисә ундағы политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50-һе яраланған, ул күбеһенсә уҡыусылар. 4-се курс студенты Владислав Росляков бергә уҡыған уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡарата ут асҡан, теракттан һуң үҙ-үҙен үлтергән. Үлтереү тураһында енәйәт эше асылған. Тикшереү бара. Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, студенттың, ҡоралдар һәм оҡшаш ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуынан тыш, сәбәбе булмаған.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксёновҡа, Керчтағы политехник колледжында булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, телеграмма ебәрҙе.
«Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Беҙ туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы», – тиелә телеграммала.