«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һалым һалыу булмаһын!



14.01.2011 Һалым һалыу булмаһын!

Иғтибар! Иғтибар! Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы иҫкәртә.
Һалымыңды түләргә онотманыңмы? Сөнки уҙған йыл өсөн транспорт һәм ер һалымдарының икенсе өлөшөн 31 ғинуарҙан да һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк. Һалым түләүгә бәйле мәсьәләләр менән йәшәү урыны буйынса һалым инспекцияларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Түләү өсөн шунда уҡ һалым тураһында белдереү ҡағыҙы алырға була. Бынан тыш, квитанцияларҙы электрон почта аша алырға ла мөмкин. Онотмағыҙ, ваҡытында ҡапланмаған һалымдың түләнмәй ҡалған өлөшөнә (недоимка), һуңға ҡалған һәр көн өсөн пеня өҫтәлеп, мотлаҡ түләтеләсәк. Йәғни, барыбер ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ, уның ҡарауы, йоҡо тыныс буласаҡ...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға