13.01.2011 Тағы бер байрам менән!
ҡыҙыҡ халыҡ ул рәсәйҙәр, байрам итергә яратабыҙ. Бөгөн бик күптәр иҫкесә Яңы йылды ҡаршылай. Әле теге, ысын Яңы йылдан бәғзеләр баш ҡалҡытып ҡына килә, ә тағын, сираттағыһы килеп тә етте. Был йола ҡасан барлыҡҡа килгән һуң? Ул ике календарь – Юлиан (иҫке стиль) һәм Григориан (яңы стиль) календарҙары менән бәйле. Уларҙағы айырма XX-XXI быуаттарҙа 13 көн тәшкил итә. Әйткәндәй, 2100 йылдың 1 мартынан 14 көн буласаҡ икән.
Байрам менән, йәмәғәт!