«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бала баҡҡанды ил баға



13.01.2011 Бала баҡҡанды ил баға

Дәүләт етем балаларҙы уллыҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алған ғаиләләрҙе ярҙамынан ташламай. Шаршамбыла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутаттарының тәрбиәгә бала алыусы граждандарға бер тапҡыр аҡсалата пособие түләү тураһында закон проектын ҡарауы быға асыҡ миҫал. Төбәктәрҙә уның күләме төрлөсә билдәләнгән. Мәҫәлән, Калининград өлкәһендә пособия 600 мең һумдан ашыу булһа, Пермь крайында һәм Ульянов өлкәһендә –100 мең һум. Башкортостанпарламенты уны Әсәлек капиталы күләмендә билдәләне. Был киләсәктә балалар йорттарында тәрбиәләнеүсе тағы әллә күпме сабыйға ғаиләгә урынлашыу мөмкинлеген бирәсәк. Тик был ярҙам ысын ҡиммәттәрҙе, ата-әсәлек бурысын оноторға ирек ҡуймаһын тип теләйек. Берүк етемдәрҙе аҡса өсөн тәрбиәгә алыусылар арта күрмәһен.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға