«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан – наркотрафикһыҙ биләмә



12.01.2011 Башҡортостан – наркотрафикһыҙ биләмә

Башҡортостан Президентының 23 декабрҙәге «Наркотик һәм психотроп матдәләр тураһында федераль закондың 48-се статьяһын бойомға ашырыу саралары тураһында» тигән указына ярашлы, Башҡортостан наркотик һәм психотроп матдәләр, уларҙың прекурсорҙарын күсереү, ташыу, һаҡлау контролләнгән биләмә тип билдәләнгән.
Республика аша федераль әһәмиәттәге М5 һәм М7 трассалары үтеү, тимер юл селтәрҙәре, «Өфө» аэропорты даими оператив күҙәтеү талап итә. ҡануниәттәге «бушлыҡ» һәр граждандың наркотик әйләнешендә ҡатнашыу мөмкинлеген тикшерергә ҡамасаулай. Шунлыҡтан үрҙәге документ барлыҡҡа килгән дә инде. Республика наркополицияһының инициативаһын йәмәғәтселек тә күтәреп алған. Указға таянып, наркотик әйләнешен контролдә тотоу мөмкинлектәре киңәйгән.
Константин МАКСИМОВ.
БР наркополицияһының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға