«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ялыуҙар тикшереләсәк!



12.01.2011 Ялыуҙар тикшереләсәк!

Ялыуҙарҙың күбеһе, моғайын, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлылыр. Редакцияла ойошторолған тура бәйләнештәр ҙә, килгән хаттар ҙа шуны иҫбатлай. Күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны билдәләргә мөмкин, күптәр үҙҙәрен борсоған мәсьәлә буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй тиерлек. Өҫтәүенә, ярай ҙа, һин ҡайҙалыр мөрәжәғәт итеп тә, үтенесең иғтибарһыҙ ҡалмаһа, ғәйеплеләр яуап биреүгә тарттырылһа?! Артабан иһә был мәсьәләне Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ныҡлы контроль аҫтына алмаҡсы, йәғни, ниндәйҙер сәбәп буйынса медицина учреждениеһына һәм уның хеҙмәткәрҙәренә ризаһыҙлыҡ белдергең килһә, ялыу менән тура министрҙың үҙенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был турала Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев үҙе хәбәр итте. Бының өсөн (347) 250-33-10 телефоны аша шылтыратып, ҡабул итеүгә яҙылырға йәки рәсми хат ебәрергә лә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға