«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Утты самалап тотонорбоҙмо?



09.10.2018 Утты самалап тотонорбоҙмо?

Утты самалап тотонорбоҙмо?
Рәсәй хөкүмәте ил халҡын йәнә лә бер һалым менән һығырға уйлай. Электр энергияһын тотоноуға айырым социаль норма ҡуйылып, ул билдәле сикте үтһә, тарифтар ҡырҡа артасаҡ.
Был закон проектын 19 сентябрҙә РФ Энергетика һәм Иҡтисад министрлыҡтары үткәргән кәңәшмәлә вице-премьер Дмитрий Козак хуплаған. Ведомстволарға һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә 2019 йылдың 15 ғинуарына тиклем норматив документтар әҙерләргә ҡушылған.
Электр утын тотоноуға социаль норма тип айына 300 кВт/сәғ. билдәләнгән. Әгәр ҙә ҡулланыусы унан артыҡ тотонһа, хаҡ ҙур тариф буйынса иҫәпләнәсәк. Айлыҡ энергия сарыф итеү 500 кВт/сәғәттән артһа, “иҡтисади яҡтан нығытылған тариф” ҡулланыласаҡ. Юғарыла ултырғандар фекеренсә, күпселек йорт-фатир электр энергияһын социаль норма кимәлендә тотона, уларға юғары тариф янамай.
Бындай схеманы илебеҙҙә 2013 – 2014 йылда индерергә уйланылар, ләкин ваҡыт үтеү менән проект “туңдырылған”. Әлегеһе бер аҙ “йомшартылған”. Шулай ҙа хөкүмәттең ил халҡына тиңләштерелгән ҡулланыусылар исемлеген ҡыҫҡартыуы, ауылда йәшәүселәргә, электр плиталы фатирҙарға льготаларҙы бөтөрөүе ихтимал.

Артабан нимәгә һалым уйлап табырҙар икән?..







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға