«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ошо ҡатындан һаҡ булығыҙ!



04.10.2018 Ошо ҡатындан һаҡ булығыҙ!

Ошо ҡатындан һаҡ булығыҙ!
Өфө полицияһы һүрәттәге ҡатынды эҙләй. Уның кеше паспортына кредит юллап мутлашыуы билдәле булған.
Хоҡуҡ һаҡлаусыларға аферистканың ҡорбаны - 56 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның яңыраҡ паспорты юғалған, бер аҙҙан телефонына "кредитты ҡаплағыҙ" тип СМС-хәбәрҙәр килә башлаған. Ҡатын аптыраған, ул бер ниндәй ҙә кредит алмаған булған.
Алдан билдәле булыуынса, мутлашыусы ҡатын юғалған паспортты табып, үҙенең фотоһын йәбештереп банкка барған. Бының кеүек енәйәттәр Өфөлә тағы ла теркәлгән.

Әгәр ҙә һеҙ һүрәттәге ҡатынды таныһағыҙ, 8 (347) 279-56-22 йәки 02 телефондары буйлап, Өфөнөң 9-сы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға