«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан халҡы Яңы йыл каникулдарында 10 көн ял итә



04.10.2018 Башҡортостан халҡы Яңы йыл каникулдарында 10 көн ял итә

Башҡортостан халҡы Яңы йыл каникулдарында 10 көн ял итә
Республика халҡы, бөтә Рәсәй кеүек, Яңы йыл каникулдарында 10 көн – 2018 йылдың 30 декабренән 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем ял итә. Тейешле ҡарар Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылып сыҡты.

Бынан тыш, эшләмәгән байрам көндәренә тура килгән 5 һәм 6 ғинуарҙағы (шәмбе һәм йәкшәмбе) һәм 23 февралдәге (шәмбе) ял көндәре 2, 3 һәм 10 майға күсерелә.

Шулай итеп киләһе йылда граждандар 23-24 февраль, 8-10 март, 1-5 май, 9-12 май, 12 июнь Рәсәй көнөндә һәм 2-4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнөндә ял итәсәк.

Башҡортостанда 2019 йылда шулай уҡ 4 июнь – Ураҙа байрамы, 11 август – Ҡорбан байрамы, 11 октябрь – Республика көнө эшләмәгән байрам көндәре була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға