«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Виктор Цойҙың паспортын 9 миллион һумға һатҡандар



27.09.2018 Виктор Цойҙың паспортын 9 миллион һумға һатҡандар

Виктор Цойҙың паспортын 9 миллион һумға һатҡандар
Шаршамбыла Мәскәүҙәге "Литфонд" аукцион йортонда билдәле рок йырсыһы, “Кино” төркөмө етәксеһе Виктор Цойҙың шәхси әйберҙәрен һаттылар. Музыканттың паспортына тәүҙә 2,5 миллион һум һорағандар, аҙаҡ был лот хаҡы өс тапҡырға тиерлек артҡан. Документты Санкт-Петербургта йәшәүсе бер кеше үҙенең һыуытҡысы артында тапҡан тип белдерә, ысынбарлыҡта Цой уны 1987 йылда Мәскәүҙә вокзалда урлатҡан. Быны кино режиссеры Рәшит Ноғманов раҫлай. Паспорт йырсыға 16 йәшендә 8 айға һуңлатып бирелгән, унда Марианна Родованская менән никахта тороуы тураһында яҙма бар. Документты хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшергән һәм уның ысын булыуын дәлилләгән.

Бынан тыш Цойҙың блокноты 3 миллион һумға, “Хочу перемен!” йыры ҡараламаһы 3,6 миллион һумға баһаланған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға