«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар



20.09.2018 Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар

Республикала йортта газ шартлауы арҡаһында ике фатир емерелгән, ҡорбандар бар
20 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында бер ҡатлы дүрт фатирлы йортта көнкүреш газы шартлаған.

Фажиғә Төҙөүселәр урамында булған. Янғын һүндереүселәр барып еткәс, ике фатирҙың емерелеүен асыҡлаған. Зыян күргән кешеләр Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһына оҙатылған.
Һәләк булған ике кешенең – 87 йәшлек ирҙең һәм 74 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре табылған. Йортта һигеҙ кеше йәшәгән. Янғын булмаған. Әле ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған. Урында психологтар һәм кинологтар эшләй. Хәл контроль аҫтына алынған. Өйөмдәрҙе таҙартыу буйынса эштәр башҡарыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға