«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Корейса ҡыяр



09.10.2018 Корейса ҡыяр

Корейса ҡыяр
2 кг ҡыярҙы оҙонса итеп дүрт өлөшкә бүлергә. 250 г кишерҙе корейса кишер сығара торған ҡырғыс аша сығарырға һәм шуға ҡырғыстан ҡы­рылған бер баш һарым­һаҡ, ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ корейса кишер өсөн тәмләткестәрҙе һалып, яҡшылап болғатырға ла, 2 – 3 сәғәткә ситкә ҡуйып торорға.
Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырып, 1 литрлы банканы – 30, 0,7 литрлыҡ банканы 20 минут утта тоторға һәм ҡапҡас менән ябырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға