02.10.2018 Майлы помидор
Стерилләнгән банкаларҙың төбөнә петрушка, укроп, бер нисә бүлкәт һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы һалырға, һуңынан дүрт өлөшкә бүленгән помидорҙарҙы теҙергә.
Маринад: 3 литр һыуға 3 ҡалаҡ тоҙ, 7 ҡалаҡ шәкәр, 10 – 15 бөртөк ҡара борос, бер нисә ҡәнәфер һалып ҡайнатырға. Ҡайнап сығып, бер аҙ ваҡыт үтеүгә 1 стакан һеркә ҡойорға.