«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөркөтсө башҡорт ҡыҙы



06.09.2018 Бөркөтсө башҡорт ҡыҙы

Бөркөтсө башҡорт ҡыҙы
Ҡырғыҙстанда уҙған III Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындарында башҡорт ҡыҙы призлы урын яуланы
Фольклор һөйөүселәргә [id23238367|Гөлгөнә Баймырҙина]ның исеме яҡшы таныш. Халыҡ ижады ынйыларын йыйыуҙа, милли традицияларҙы, кейемдәрҙе тергеҙеүҙә бик күп эштәр башҡарған Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе этник уйындарҙың әүҙем ҡатнашыусыһы ла.
Уйындарҙа бөркөтсөләр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы. Ярыштың был төрөндә ҡатнашыусылар һунарсы ҡошто нисек ауларға өйрәтеү, күнекмәләр уҙғарыу буйынса белемдәрен күрһәтә. Бөркөт тиҙлеккә үҙенең табышын ауларға тейеш була. Ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк бөркөтсөләре араһында яҡташыбыҙҙың икенсе һөҙөмтә күрәтеүе оло ғорурлыҡ! Афарин, Гөлгөнә, башҡорт ҡыҙҙарының һылыу, һәләтле, зирәк кенә түгел, сая, яугир заттан булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланың!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға