«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Таң менән Башҡортостанда ер тетрәне



05.09.2018 Таң менән Башҡортостанда ер тетрәне

Таң менән Башҡортостанда ер тетрәне
Шаршамбы, 5 сентябрҙә, иртә таң менән республика биләмәһендә ер тетрәү теркәлде. Тәбиғәт катаклизмы Өфөлә, Салауат һәм Белорет райондарында күҙәтелгән.
Өфө халҡы социаль селтәрҙәрҙә "Таңғы биш тирәһендә бер аҙ бәүелтте, йөрәк ауыртамы икән тип тороп дарыу эстем", "Люстра һелкенде, аптырап уны ҡул менән тотоп сыңлауынан тынысландырҙым, өйөбөҙ яңы төҙөлгән, әллә нигеҙе ултырамы икән тип уйланым" тигән хәбәрҙәр менән бүлешә.
ТАСС агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы Уралда Өфөнән көнсығышҡа табан 133-сө саҡрымда 5,5 магнитудалы ер тетрәү булған, тип хәбәр итә Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәге. Ер һелкенеү сығанағы 10 саҡрым тәрәнлектә урынлашҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға