«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡшы кешеләр унда ла кәрәк шул...



16.08.2018 Яҡшы кешеләр унда ла кәрәк шул...

Кисә тағы бер йән әрнеткес хәбәр алдыҡ – Рәшиҙә Махийәнова апай мәрхүм булған. Инде рәхәтләнеп йәшәй башлайым, ғаиләмә, балаларыма үҙемде арнайым, тип ҡайтҡайны ул редакциябыҙҙан пенсияға сыҡҡас. Ни хәл итәһең, замандың мәкерле сире берәүҙе лә аямай шул. “Ейәнсура таңдары”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләгән Рәшиҙә Йәнсур ҡыҙы үҙен һәр ваҡыт яҡшы журналист, хәстәрлекле коллега, ғаилә усағын һаҡлаусы ӘСӘ булараҡ танытты. Беҙҙе, йәш журналистарҙы, һәр саҡ ҡурсаланы, эш тәжрибәһе менән бүлеште. Районға командировкаға ҡайтҡанда төплө кәңәштәре менән ярҙам итте. Уның менән бергә эшләү тик яҡшы яҡтан ғына күңелгә уйылып ҡалған.
Яман сиргә тарығас, бирешмәне, бар көсөн һалып йәшәргә тырышты. Ауыр ваҡытта уға матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған “Йәшлек” гәзите хәбәрселәренә, Рәсәй журналистар союзына рәхмәт. Тик кеше ғүмерен аҡсаға һатып алып булһасы... Рәшиҙә апайҙың ғаиләһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Ауыр тупрағың еңел булһын. Беҙ һеҙҙе онотмаҫбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға