«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйәндә урман яна



07.08.2018 Бөрйәндә урман яна

Өсөнсө көн рәттән Бөрйән районының Мәндәғол ауылы янында урман яна. Ағиҙел бормаланып аҡҡан урындарҙағы каньон ҡаяларына ут тоҡанған. Мәндәғол халҡы ут-төтөндө һыу аша күҙәтәбеҙ, сыҡҡан мәленән алып һүндерәбеҙ ти. Ярай, ауылды афәттән Ағиҙел ҡаплап тора, шуныһына шөкөр. Янғын һүндереүселәр көстәренән килгәнде эшләйҙәр, шулай ҙа ут ҡеүәтле "Урал"дар үтә алмаған урында, текәлә, тау-таш араһында сыҡҡан.

Ут сығыуға туристар сәбәпле тиҙәр. Баҡтиһәң йылғанан "сплав"та, кәмәләрҙә аҡҡан ҡунаҡтар шаршыны үткәндә ҡаяларға тоҫҡап салют аталар икән. Шулай уҡ һүндерелмәгән усаҡ, тәмәке төпсөгөнән, быяла ярсығынан да ялҡын таралыуы ихтимал.

Һүрәттә: ошолай итеп иртән-кисле район үҙәге Иҫке Собханғолдо төтөн баҫа. Тимер ауылы халҡы ла төтөн беҙгә етте ти.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға