«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тубырсыҡтан ҡайнатма



13.08.2018 Тубырсыҡтан ҡайнатма

Тубырсыҡтан ҡайнатма
Ғәҙәти булмаған файҙалы ҡайнатма тәҡдим итәбеҙ. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә бына тигән тәмлекәс ул. Билдәле булыуынса, тубырсыҡ төрлө витаминға, эфир майына һәм башҡа файҙалы матдәләргә бай. Тубырсыҡ ҡайнатмаһы тымау һәм вируслы ауырыуҙар мәлендә яҡшы профилактик сара булып тора, тән температураһын төшөрә, тын алыуҙы еңелләштерә һәм йүткереүҙән ярҙам итә. Оҙаҡҡа һуҙыл­ған бронхит, пневмония, туберкулез сирҙәренә ҡаршы көрәшә. Ҡанды шыйыҡлатыусы сара булараҡ, инсульт хәүефе янаған ауырыу­ҙарға уны табиптар үҙҙәре тәҡдим итә.
Ҡарағай йәки шыршы тубырсыҡтарының асылмағандарын һайлап ҡына, ыуыҙ сағында йыйырға кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ундай тубырсыҡ йәшел төҫтә, сама менән диаметры 4 сантиметр була. Ҡатын-ҡыҙ енесле тубырсыҡтарҙы йыйырға тырышығыҙ, улар сайыры күберәк һәм ҙур булмаған тәңкәле ҡабырғалы булыуы менән айырылып тора. Уларҙы яҡшылап йыуығыҙ, тик бының өсөн резина бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Сөнки бүленеп сыҡҡан сайырҙы таҙартыуы еңел булмаясаҡ.
Йыуылған тубырсыҡтарҙың өҫтөнә 2 сантиметр самаһы сыҡҡансы һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утта 4 сәғәт тоторға. Унан инде, уттан алып, 12 – 15 сәғәткә ҡалдырып торорға. Артабан тубырсыҡтың һыуын икенсе һауытҡа һөҙөргә һәм һыу күләмен үлсәп, уға 1:1 нисбәтендә шәкәр өҫтәргә. Йәғни 100 миллилитр һыуға – 100 грамм шәкәр.
Шәкәрле һыуҙы яңынан тубырсыҡ өҫтөнә ҡойорға һәм ҡабат утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут тирәһе утта тоторға һәм алырға. Артабан уттан алып, тағы 10 сәғәткә ҡалдырып торорға.
Тейешле ваҡыт уҙғас, ҡайнатманы ҡабат утҡа ҡуйып ҡайнатырға һәм стерилләнгән банкаларға тултырырға. Һыуынғас, ул ҡуйыра һәм шыйыҡ балды хәтерләтә, ә тәме бер аҙ әскелтем. Уны ҡайнатыуы ла мәшәҡәтле, әммә файҙалы булыуын иҫәпкә алғанда, әҙерләп ҡарарға була.
Сама менән 1 килограмм тубырсыҡҡа 1 килограмм шәкәр алына.
Тубырсыҡ бәүел ҡыуҙырыу, ҡан баҫымын төшөрөү сараһы булараҡ, уны бөйөр, гипотония ауырыуҙары менән яфаланыусыларға ҡулланыр­ға кәңәш ителмәй. Шулай уҡ көслө аллерген булып тора, аллергиктар башта ҡабып ҡына ҡараһа, яҡшыраҡ буласаҡ. Тубырсыҡ ҡайнатмаһын дарыу булараҡ файҙа­ланған­ға күрә көнөнә ике-өс ҡалаҡтан артыҡ ашамау хәйерле.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға