«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды



25.07.2018 «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды

«Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды
Быйыл республикала «Әсәлек даны» дәүләт наградаһы булдырылғанға 20 йыл тула. 1998 йылдан бирле биш һәм унан күберәк бала тапҡан (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған) һәм тәрбиәләгән (тәрбиәләүсе) Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән (теркәлгән) әсәләрҙе бер балаһы 1997 йылдың 16 апреленән һуң тыуған осраҡта «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Наградаға барлығы 7,5 меңдән ашыу күп балалы әсә лайыҡ булған.
2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән әсәләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артасаҡ. Ул 16 мең 950 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тейешле указы республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға