«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йомортҡалы ролл



23.08.2018 Йомортҡалы ролл

Йомортҡалы роллХәҙер йәштәр суши, ролл, бигшеф, фишролл кеүек ят атамалы ризыҡ­тарҙы ярата. Шаурма ла бик популяр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы үҙебеҙсәрәк итеп тә әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, йомортҡаларҙан ролл. Рецебы бик ябай.
Ике кешелек ролл өсөн дүрт йоморт­ҡа, уларға са­малап кишер, йәшел һуған, ҡара борос, тоҙ һәм көнбағыш майы кәрәк. Ролды берәр йомортҡалап бешерәбеҙ.
Йомортҡаны туҡыйбыҙ, тоҙлап-борослап бутайбыҙ. Артабан туралған йә ҡырылған йәшелсәне самалап һалып ебәрәбеҙ. Кишер урынына сыр, ветчина, татлы борос, бәшмәк тә алырға мөмкин.
Майлап йылытылған табаға йәшелсәле-йомортҡалы ҡатышманы (бер йомортҡанан) һалабыҙ ҙа, бешеңкерәгәс, әйләндерәбеҙ. Бушаған урынға икенсе өлөшөн, әҙерәген һалабыҙ. Ҡыҫҡаһы, ҡоймаҡ ҡойған кеүек бешерәбеҙ. Һәр бешкәнен төрөп барабыҙ. Яп-ябай ризыҡ, ә атамаһы модалы – ролл!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға