«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Лимонад



16.08.2018 Лимонад

Лимонад
Эҫе көндә гел генә һыу йә сәй эсеп йөрөп булмай ҙа инде. Ҡымыҙы ла һәр кемгә тәтемәй. Шуға ла ҡул аҫтындағы емеш-еләктән компот, морс эшләргә була. Түбәндә лимон менән бөтнөктән (мята) ябай ғына эсемлек.
Һигеҙ порцияға иҫәпләнгән лимонад өсөн ни бары ике лимон, алты ботаҡ бөтнөк, 125 грамм шәкәр, 2,5 литр һыу кәрәк. Лимондың һутын һығабыҙ. Әсе емештең ҡалғанын һәм япраҡтарын өҙгөләп бөтнөктө һыулы кәстрүлгә һалып, өс минут ҡайнатабыҙ. Шәкәр ҡушып болғағандан һуң, уттан алып һыуытабыҙ. Тамам һыуығас ҡына һөҙәбеҙ. Шунан лимон һутын ҡушып, йәнә болғайбыҙ. Лимонад әҙер! Теләгәнсә бал ҡушырға ла була. Эҫе көндә үҙең эшләгән һыуыҡ ҡына лимонад хәтәр тәмле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға